Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
15 Март 2023, 04:21

Балалар баҡсаһы төҙөләсәк

Яңы балалар баҡсаһы 234 балаға иҫәпләнгән. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр ҙә тәрбиәләнә алыр, тип көтөлә.

Балалар баҡсаһы төҙөләсәкБалалар баҡсаһы төҙөләсәк
Балалар баҡсаһы төҙөләсәк

Өфөнөң Киров районында балалар баҡсаһы төҙөлөшө башланды. Төҙөлөш «Демография» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Әлеге ваҡытта участкала ер эше тамамланыу алдында, төҙөүселәр элекке бинаның нигеҙен һүтеү менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта буласаҡ балалар баҡсаһының монолит нигеҙе һалынып, дымлылыҡтан һаҡлау саралары күрелә. 234 балаға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр ҙә тәрбиәләнә алыр, тип көтөлә.

 

#нацпроекты #национальныепоекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:
Читайте нас