Дыуан районында «Мәғариф» милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Һикеяҙ урта мәктәбенә генә капиталь ремонт үткәреүгә федераль ҡаҙнанан 17 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ремонттан һуң мәктәп тыштан да, эстән дә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Түбәһе , тәҙрәләр, инженер селтәрҙәре тулыһынса яңыртылған.
#нацпроекты #национальныепоекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана