

Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында 180 урынлыҡ яңы белем биреү учреждениеһы төҙөү күҙаллана.
Ул 120 уҡыусыға иҫәпләнгән урта дөйөм белем биреү мәктәбенән һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһынан торасаҡ.
Өс ҡатлы кирбес бинала ашхана, спорт залы, медицина блогы ҡаралған. Ул шулай уҡ заманса санузелдар, йылытыу, видеокүҙәтеү системалары, янғын һәм һаҡ сигнализацияһы менән йыһазландырыла.
Әле объект буйынса төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға генераль подрядсыны билдәләү йәһәтенән сауҙалашыу ғәмәлдәре бара.
Фото: building.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/422871#scroll
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан