Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
21 Март 2023, 04:19

Башҡортостан бизнесы Иран менән бәйләнеште нығыта

Өс көн эсендә Иранға эш сәфәре барышында республика бизнесмендары үҙенең продукцияһын поставкалауға биш миллион долларға килешеүҙәр төҙөнө, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан бизнесы Иран менән бәйләнеште нығытаБашҡортостан бизнесы Иран менән бәйләнеште нығыта
Башҡортостан бизнесы Иран менән бәйләнеште нығыта

Республика компаниялары нефть-газ өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү, майлау материалдары, сәнәғәт ҡорамалдары һәм приборҙары, нефть һәм газ сығарыу өсөн ҡорамалдар, таҡта, каркастар һәм әҙер мебель, һөт продукцияһы, аҙыҡ-түлек игене, кукуруз, яҫы борсаҡ, көнбағыш майы менән тәьмин итеү тураһында килешеүҙәргә өлгәште, тип хәбәр итте БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Уның һүҙҙәренсә, республиканың 30 компанияһы вәкилдәре Иран партнерҙары менән 250-нән ашыу осрашыу үткәргән. Иран предприятиелары Башҡортостан компанияларының горизонталь һәм ауыш йүнәлешле нефть һәм газ скважиналарын разведкалау һәм быраулау өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре, Башҡортостанда етештерелгән порт ҡорамалдары өсөн сығым үлсәгестәре менән ҡыҙыҡһыныуҙарын белдерҙе.

Ирандан Башҡортостанға сәсеү майҙандарын химик эшкәртеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары, ҡошсолоҡ өсөн ҡорамалдар комплекты, киптерелгән емеш-еләк, сәтләүек, тәм-том килтереүҙәре ихтимал.

Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән билдәләнгән «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортының үҫешен 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа тиклем тәьмин итеү. Ул «Сәнәғәт экспорты», «Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау» һәм «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең система саралары» федераль проекттары сараларын ғәмәлгә ашырыу иҫәбенә өлгәшеләсәк.

Иран уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 12-се урынды биләне.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас