

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр майлы культураларҙы экспортҡа сығарыу 2021 йыл менән сағыштырғанда 6,8 тапҡырға артҡан.
Контрагент илдәр яғынан етен орлоғона ихтыяждың артыуы һөҙөмтәһендә экспорт күләме байтаҡҡа үҫкән. 2022 йылда был культураны етештереү күрһәткесе 2,5 тапҡырға тиерлек, йәғни 68,3 мең тоннаға тиклем артҡан.
– Былтыр 50-гә яҡын ил Башҡортостандан аҙыҡ-түлек һатып алған. Агросәнәғәт комплексы продукцияһы оҙатылған иң ҙур илдәр иҫәбенә Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Бельгия, Латвия, Төркиә, Германия, Норвегия инде, – тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
2022 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың агросәнәғәт предприятиелары сит илдәргә 290 миллион долларлыҡ 400 мең тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек һатҡан. Өс йылда был күрһәткес 2,5 тапҡырға артҡан.
Фото: foreign.bashkortostan.ru
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан