Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
27 Март 2023, 06:19

50 йәштән өлкәндәр ниндәй һөнәрҙе һайлай?

2022 йылда республикалағы 24 колледжда 50 йәштән өлкән 650 кеше уҡып сыҡҡан.

50 йәштән өлкәндәр ниндәй һөнәрҙе һайлай?50 йәштән өлкәндәр ниндәй һөнәрҙе һайлай?
50 йәштән өлкәндәр ниндәй һөнәрҙе һайлай?

«Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә республика колледждарында 50 йәштән өлкән граждандарҙы яңы һөнәрҙәргә уҡытыу ойошторолған. Уларҙың ниндәй һөнәрҙәр һайлауҙары хаҡында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында үткән түңәрәк өҫтәлдә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.

"Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" федераль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2022 йылда 21 колледждан - 152 компетенциялар үҙәген үҙ эсенә алған уҡытыу үҙәктәренән селтәр булдырылды. Уҡыуға баштараҡ бүленгән квота 1048 кеше тәшкил итте. Заявкаларҙың күп булыуы арҡаһында квота артты һәм 1950 кешегә еткерелде.

2022 йылда «Идара итеүҙе һәм архивты документтар менән тәьмин итеү», «Хеҙмәтте һаҡлау», «Электр монтажлау», «Социаль эш», «Кесе кластарҙа уҡытыу», «Янғын хәүефһеҙлеге», «Балаларға һәм өлкәндәргә өҫтәмә белем биреү», «Веб-технологиялар» программаларына ихтыяж ҙур булды. «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проектын тормошҡа ашырыуҙан тыш колледждар базаһында оло быуын граждандарын түләүле нигеҙҙә уҡытыу ойошторолған.

2022 йылда республикалағы 24 колледжда 50 йәштән өлкән 650 кеше уҡып сыҡҡан. Тағы 18 тыңлаусы йылдам һөнәри әҙерлек үҙәгендә «Компьютер грамоталылығы нигеҙҙәре» программаһы буйынса уҡыған. 2023 йылда 154 кеше колледждарҙа уҡыған.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас