Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Март 2023, 06:33

Өфөлә милли проект буйынса интеллектуаль транспорт системаһы индерелде

Бөгөнгә Өфөлә 50 «аҡыллы» светофорҙар ҡуйылды һәм Юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәге эшләй башланы.

Өфөлә милли проект буйынса интеллектуаль транспорт системаһы индерелдеӨфөлә милли проект буйынса интеллектуаль транспорт системаһы индерелде
Өфөлә милли проект буйынса интеллектуаль транспорт системаһы индерелде

Бөгөнгә Өфөлә 50 «аҡыллы» светофорҙар ҡуйылды һәм Юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәге эшләй башланы.

- Проект сиктәрендә баш ҡаланың йәнле урамдарында светофор объекттары менән идара итеү контролелерҙары, датчиктар, видеокүҙәтеү камералары алмаштырылды. Был ҡорамал адаптив идара итеү режимдарын ҡулланып буласаҡ, үҙ сиратында ул светофор сигналының кәрәкле ваҡыт араһын әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк, һәм артабан - тығындар барлыҡҡа килеү ихтималлығын кәметәсәк һәм транспорт сараларының нигеҙһеҙ тотҡарлыҡтарын, транспорт өйөмдәре тыуҙырған урам тауышы кимәлен кәметәсәк. Тимәк, төтөн сығарыусы газдарҙың эмиссияһы кәмейәсәк, - тип һөйләне БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Юл хәрәкәтенә идара итеү йәки уны төҙәтеү менән махсус ойошторолған Юл хәрәкәтенә идара итеү үҙәге шөғөлләнә. Уның белгестәре Өфөләге светофор объекттарының эшен көйләй, транспорт ағымын бүлә, ҡалалағы метеорологик хәлде күҙәтә.

Беренсе этапта аҡыллы светофорҙар баш ҡаланың иң йәнле транспорт артерияларында - Октябрь проспектында, Менделеев, Жуков, Рәсәй һәм Комсомол урамдарында барлыҡҡа килде. Өфөлә йыл аҙағына тиклем тағы 51 «интеллектуаль» киҫелеш йыһазландырыласаҡ. Дөйөм алғанда, «Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм системалы саралары» проекты буйынса республиканың баш ҡалаһында 415 светофор объектының 140-ын яңырталар. Дөйөм алғанда, проект 2024 йылға тиклем өс этапҡа иҫәпләнгән, уның дөйөм финанслау күләме - 1 миллиард һумдан ашыу.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас