Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
29 Марта 2023, 03:50

Вәт, исмаһам, поликлиника!

Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһында төп төҙөлөш эштәре тамамланған. 

Вәт, исмаһам, поликлиника!Вәт, исмаһам, поликлиника!
Вәт, исмаһам, поликлиника!

Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһында төп төҙөлөш эштәре тамамланды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы финансланды.

Яңы учреждение сменаһы 900 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Һәр бүлексә өсөн айырым инеү ишектәре ҡаралған. Пациенттар һәм персонал өсөн лифттар эшләй. Поликлиника биләмәһендә 20 автомобиль өсөн туҡталҡа урыны булдырылған, аҙ хәрәкәтләнгән кешеләр  өсөн  поликлиникаға яҡын ерҙә һигеҙ парковка урыны ҡаралған. Әле бинала системаларҙы эшкә ҡушыу буйынса  көйләү, ҡорамалдар менән йыһазландырыу мәшәҡәттәре бара. Затон халҡы яңы медицина учреждениеһының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас