

Йыл башынан алып республиканың агросәнәғәт комплексы 64,4 мең тоннанан ашыу игенде һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттарҙы экспортҡа оҙатҡан, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы экспорт күләменән ике тапҡырға күберәк, тип хәбәр итә "Россельхознадзор" ҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
"Россельхознадзор" ҙың территориаль идаралығы контроле аҫтында Азербайжанға, Афғанстанға, Бельгияға, Белорусь Республикаһына, Германияға, Үҙбәкстанға, Латвияға, Нидерландҡа, Төркмәнстанға 17,74 мең тоннанан ашыу бойҙай, 7,1 мең тонна арпа, 10,3 мең тонна етен, 0,16 мең тонна көнбағыш, 0,10 мең тонна борсаҡ ите һәм башҡа ауыл хужалығы культуралары, шул иҫәптән борсаҡ оно оҙатылды.
Бөтә экспорт йөктәре партияһын һынау тулы күләмдә «ВНИИЗЖ» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшерҙеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә президент Владимир Путин тәҡдим иткән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Милли проект сиктәрендә 2024 йылға республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күрһәткесе 230 миллион долларға етергә тейеш.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан