

Этнотуризмдың Башҡортостанда туристик индустрияны үҫтереүҙең перспективалы йүнәлеше булыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар, тип белдерҙе республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
Төбәктә «Торатау» һәм «Янғантау» геопарктары, «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы, «Бабай Утары» этнографик комплексы, «Алтын бесәй» башҡорт усадьбаһы, «Башҡортостан йөрәге» этно-туристик комплексы, «Инай» этнопаркы этнографик туризмды йәлеп итеү нөктәләре булып тора.
Андрей Назаров әйтеүенсә, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы беҙҙең төбәктә әүҙем үҫешә. Төп статистик күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында лидерҙар иҫәбендә. Былтыр программаны финанслау күләме 460 миллион һумдан ашты - был 2021 йылғы кимәлдән 30 процентҡа юғарыраҡ. «Федераль ҡаҙнанан ҙур күләмдә аҡса йәлеп итеүгә өлгәштек, - тип билдәләне ул саҡта Башҡортостан премьер-министры.
- Ағымдағы йылда программаны тормошҡа ашырыуға бюджеттан 277,4 миллион һум һәм унан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тағы 3,9 миллион һум йүнәлтергә ниәтләйбеҙ».
Этнотуризмды үҫтереү беҙгә ошо йүнәлеш өсөн инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттарына, халыҡтарыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған туроператорҙарға, һөнәрселәргә ярҙам итергә мөмкинлек бирергә тейеш. Муниципалитеттарҙа халыҡ кәсептәре тергеҙелә, сөнки был осраҡта турист әүҙем ҡатнаша, беҙҙең үҙенсәлектәргә ҡағылыу, үҙен оҫталыҡ дәрестәрендә һәм дегустацияларҙа, милли уйындарҙа һәм ярыштарҙа һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә. Былар барыһы ла республикабыҙҙы туристик баҙарҙа таныта», - тип йомғаҡланы Андрей Назаров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан