Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
11 Апрель 2023, 06:01

Нефтекама дауаханаһы милли проект ярҙамында заманса ҡорамалдар алды

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Нефтекама дауаханаһы милли проект ярҙамында заманса ҡорамалдар алдыНефтекама дауаханаһы милли проект ярҙамында заманса ҡорамалдар алды
Нефтекама дауаханаһы милли проект ярҙамында заманса ҡорамалдар алды

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының онкология ауырыуҙары менән көрәш буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Нефтекама ҡала дауаханаһына яңы заманса наркоз аппараты килде. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, был заманса анестезиология станцияһы пациенттарҙың бөтә төркөмдәрендә лә ҡулланыу өсөн яраҡлы. Бынан тыш, ул үпкәне яһалма елләтеү аппаратына ярашлы кимәлдә эшләй ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.


#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас