

Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһының «Һанлы технологиялар» федераль проекты сиктәрендә 20 миллион һумға тиклем грант күләме менән яңы «Экспорт - һанлы технологиялар» конкурсының башланыуы тураһында хәбәр итә.
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, былтыр фонд линияһы буйынса республиканың 123 компанияһы 340 миллион һумдан ашыу суммаға гранттар алды. Улар «УМНИК», «Үҫеш - һанлы технологиялар» конкурстарында, студенттар стартаптарында, «Акселерация-ИИ» конкурстарында ҡатнашты. «Экспорт-ЦТ» конкурсы үҙ һанлы ҡарарҙарын эшләп бөтөрөүҙе йәки киңәйтеүҙе һәм продукцияны сит ил баҙарына сығарыуҙы планлаштырған бәләкәй ғилми-техник мөхит предприятиеларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Унда ҡатнашыу өсөн Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрында микропредприятие йәки бәләкәй предприятие статусына эйә булыу, интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәһенә айырым хоҡуҡтарға эйә булыу һәм фонд менән тамамланмаған грант килешеүҙәренең булмауы шарт.
Күләмле бюджеттан тыш саралар һәм планға ярашлы ҙур керем күләме менән проекттарға өҫтөнлөк бирелә. Унда ҡатнашыу шарттары һәм тәртибе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт «Экспорт-ЦТ» конкурсы тураһындағы Положениела бирелгән.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Ксения Калинина.