

Татарстанда республика нефтенең 80 йыллығы уңайынан һәм Ромашкинский ятҡылығының 75 йыллығы айҡанлы Татнефть кубогына ат өҫтөндә көрәш буйынса ярыштар үтте.
Халыҡ-ара ярыштарҙа төрлө ауырлыҡ категорияларында Әбйәлил данын Усманалиев Алишер (Тупаҡ), Мырҙабаев Илсур (Хәлил), Яунбаев Ғәлим (Әлмөхәмәт), Таһиров Назар (Мәхмүт), Дәүләтов Самат (Хәлил), Таһиров Раян (Мәхмүт) яҡланы. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Таһиров Назар беренсе урын яуланы. Усманалиев Алишер өсөнсө урын алды. Башҡортостан һәм Татарстан, Дағстан һәм Ҡырғыҙстан спортсылары араһында Әбйәлил командаһы өсөнсөлөктә билдәләнде. Ҡотлайбыҙ!
“Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) төп маҡсаты - йәмғиәттә сәләмәт тормош алып барыу мәҙәниәтен формалаштырыу, шулай уҡ зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыуға ынтылыш уятыу.
Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.
Фото: "Осҡон" гәзите.