

Радий хёбировтың ҡушыуы буйынса, быйылдан башлап Башҡортостанда йыл һайын «ПрофФЕСТ» вакансиялар фестивале уҙғарыла, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә.
«Ошондай сараларҙы уҙғарыу йәштәр өсөн мөһим тип иҫәпләйем. Йәштәр бында үҙ мәнфәғәттәре өлкәһендә нисек карьера һайларға һәм был өлкәлә ниндәй мөмкинлектәр бар икәнен белә аласаҡ. Фестиваль йәштәрҙең әүҙем аралашыу форматында уҙғарыла, унда ябай һәм аңлайышлы тел менән уларға заманса хеҙмәт баҙарының нисек ойошторолоуын аңлаталар», - тип аңлатма бирҙе Максим Забелин.
«Демография» милли проекты сиктәрендә ойошторолған Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең республика этабы 14 апрелдә Өфөлә һәм төбәктең тағы 12 ҡалаһында уҙҙы. Уның сиктәрендә 259 компания эш эҙләүселәргә 7 мең тирәһе вакансия тәҡдим итте.
Ә 23 июнгә Өфөнөң «Арт-квадрат»ында «ПрофФЕСТ»тың федераль этабы планлаштырылған.