Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
24 Апрель 2023, 04:11

Башҡортостанда “Инвестиция сәғәте”нән һуң ҡошсолоҡ фабрикаһында производство тергеҙелде

Инвесторға аҙыҡ әҙерләү өсөн 124 гектар майҙанда ер участкаһы бирелгән.

Башҡортостанда “Инвестиция сәғәте”нән һуң ҡошсолоҡ фабрикаһында производство тергеҙелдеБашҡортостанда “Инвестиция сәғәте”нән һуң ҡошсолоҡ фабрикаһында производство тергеҙелде
Башҡортостанда “Инвестиция сәғәте”нән һуң ҡошсолоҡ фабрикаһында производство тергеҙелде

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районында элекке “Сәрмәсән” ҡошсолоҡ фабрикаһы корпустарының береһендә етештереү башланды. Ойошма 2017 йылда консервациялана.

– 2 февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән “Инвестиция сәғәте” форматында инвестиция комитеты ултырышында “Саҡмағош районы муниципаль районындағы “Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы” базаһында ҡошсолоҡто үҫтереү” проектын ҡаранылар, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект хупланды һәм өҫтөнлөклө статус алды. “Инвестиция сәғәте”ндә агросәнәғәт комплексында йәмғеһе 295,5 миллиард һумлыҡ 168 проект ҡаралған.

Инвесторға аҙыҡ әҙерләү өсөн 124 гектар майҙанда ер участкаһы бирелгән. Предприятиела техник модернизациялау бара. Ике трактор, культиватор, һабан, тейәүсе, ашламалар һәм орлоҡтар һатып алынған. Тиҙҙән ҡошсолоҡ фермаһы халыҡ өсөн үҫеп еткән бройлер тауыҡтарҙы һата башлаясаҡ. 

Был  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас