Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Милли проекттар
28 Апреля 2023, 04:41

Башҡорт балын Сербияла ауыҙ итәсәктәр

20 тоннанан ашыу башҡорт балын Өфөнән Сербияға  оҙаттылар, тип хәбәр итә "Россельхознадзор" ҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Башҡорт балын Сербияла ауыҙ итәсәктәрБашҡорт балын Сербияла ауыҙ итәсәктәр
Башҡорт балын Сербияла ауыҙ итәсәктәр

Дөйөм ауырлығы 20 мең 400 килограмм булған Башҡортостан балын тәүгә һатып алдылар. 

Республика умартасыларының продукцияһын тейәп оҙатыу алдынан "Россельхознадзор" ҙың республика буйынса идаралығы белгестәре контролдә тотто, һайлап алынған бал өлгөләрен импортер ил талап иткән лабораторияла тикшерҙеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, президент Владимир Путиндың указы менән билдәләнгән «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаты булып 2030 йылға 2020 йыл менән сағыштырғанда сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортының 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү тора.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас