Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
3 Май 2023, 04:12

Хәйбулла һәм Мәләүез райондарында яңы ГТО майҙансыҡтарын төҙөй башланылар

Спорт менән һәр кем шөғөлләнә алһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ.

Хәйбулла һәм Мәләүез райондарында яңы ГТО майҙансыҡтарын төҙөй башланыларХәйбулла һәм Мәләүез райондарында яңы ГТО майҙансыҡтарын төҙөй башланылар
Хәйбулла һәм Мәләүез райондарында яңы ГТО майҙансыҡтарын төҙөй башланылар

Башҡортостандың Хәйбулла һәм Мәләүез райондарында яңы ГТО майҙансыҡтарын төҙөй башланылар. Улар, башҡалар кеүек үк, «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә ҡуйыла, тип һөйләне республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

«Спорт - йәшәү нормаһы» проекты республикала 2019 йылдың 8 февраленән тормошҡа ашырыла, тип иҫкә төшөрҙө ул. Тап шул саҡта спорт-технология ҡорамалдарын алыуға 2019-2023 йылдарға федераль бюджеттан субсидия бүлеү тураһында килешеү төҙөлдө.

"Быйыл ГТО-ның бәләкәй спорт майҙансыҡтарын төҙөүгә 22,9 миллион һум ҡаралған, шуның 22,5 миллион һумы - федераль аҡса. Республиканың муниципаль райондарында ГТО комплексының 7 майҙансығын урынлаштырасаҡбыҙ. Спорт менән һәр кем шөғөлләнә алһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Беҙ физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәрҙе арттырыуға дөрөҫ юлда тип иҫәпләйем. Тормошобоҙҙа спорт күберәк булһын», - тип яҙҙы Руслан Хәбибов үҙенең телеграмма-каналында.

Фото: Руслан Хәбибовтың социаль селтәрҙәре.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас