

Октябрьский ҡалаһында «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Стимул» федераль программаһы сиктәрендә энергия үҙәге төҙөлә, ул 33-сө яңы биҫтәне йылы менән тәьмин итәсәк.
Төҙөүселәр буласаҡ бинаның каркасын күтәргән дә инде, хәҙер тәҙрәләр монтажлана, стеналары һәм түбәһен эшләйҙәр. Бынан тыш, яғыулыҡ склады монтажланған, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәре һалына башлаған. Бер үк ваҡытта биҫтәлә юлдар һалына: юл япмаһын һалыу өсөн урын әҙерләнгән, төҙөлөш материалдары килтерелә. Эштәргә унға яҡын махсус техника берәмеге һәм ике тиҫтә эшсе йәлеп ителгән. Уларҙы ағымдағы йылдың ноябренә тиклем тамамлау күҙаллана.
Фото: Башҡортостан Төҙөлөш министрлығының матбуғат хеҙмәте
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан