Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
4 Май 2023, 10:30

Ғафури районында 14 мең төп ағас ултыртылды

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашкан ғафуриҙар иҫтәлегенә арналды ул. 

Ғафури районында 14 мең төп ағас ултыртылдыҒафури районында 14 мең төп ағас ултыртылды
Ғафури районында 14 мең төп ағас ултыртылды

Ағас ултыртыуҙа Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Башҡортостан спорт министры урынбаҫары Артем Новиков, хеҙмәт коллективтары, ижтимағи ойошмалар һәм район халҡы әүҙем ҡатнашты.

- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашкан ғафуриҙар иҫтәлегенә 14 меңдән артыҡ шыршы, ҡарағай, миләш һәм алма үҫентеһе ултыртылды. Районыбыҙҙы йәшелләндереү буйынса акцияларҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Барлыҡ үҫентеләр ҙә яҡшы үҫер, бер нисә йылдан һуң барыбыҙҙы ла һөйөндөрөр тип ышанам, - тине  Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.

Фото: Ғафури районы хакимиәте

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Автор:
Читайте нас