Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
4 Май 2023, 08:15

Яңы Монасипта - яңы шатлыҡ

Бында халыҡҡа медицина ярҙамы алыу һәм персоналдың эшмәкәрлеге өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған.

Яңы Монасипта - яңы шатлыҡЯңы Монасипта - яңы шатлыҡ
Яңы Монасипта - яңы шатлыҡ

Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы модулле учреждение заман талаптарына тулыһынса тура килтереп төҙөлгән. Бында халыҡҡа медицина ярҙамы алыу һәм персоналдың эшмәкәрлеге өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған.

Утын менән йылытылған иҫке ағас бина тулыһынса сафтан сыҡҡан ине. Ә яңыһында фельдшер, процедура-прививка, ҡабул итеү һәм дарыуҙарҙы һаҡлау кабинеттары бар. Бында артериаль һәм күҙҙәге ҡан баҫымын, ҡандағы шәкәр һәм холестерин кимәлен үлсәргә, электрокардиограмма эшләтергә була. 

Фото: Бөрйән районы хакимиәте.  

 #ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас