

Башҡортостан Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығында «Агростартап» гранттарына дәғүә итеүселәрҙе ҡабул итеү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһау комиссияһының ултырышы уҙҙы, унан һуң иң күп балл йыйған ҡатнашыусыларҙы иғлан иттеләр. Шул рәүешле 198 мөрәжәғәт итеүсенән 24 кеше һайлап алынған, улар, бизнес-проектта күрһәтелгән сумма нигеҙендә, 7 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ.
- Еңеүселәр араһында иң күбе ат үрсетеү, һөт һәм ит етештереү буйынса проекттар, үҫемлекселек, ҡортсолоҡ буйынса проекттар бар, - тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Төньяҡ-көнсығыш райондарҙың яңы ғына эшләй башлаған эшҡыуарҙары араһында бик күп һайлап алыуҙар уҙҙы. Агросәнәғәт комплексы унда бәләкәй бизнестың яңы субъекттарын ала.
2023 йылда төбәктә "Агростартап" программаһы буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 97,7 миллион һум күләмендә тәшкил итә.
Фото: pravitelstvorb.ru
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортоста