

Благовар, Туймазы һәм Дүртөйлө райондарының ҡошсолоҡ предприятиелары биш айҙа 34 мең ҡаҙ һәм 7 мең 250 өйрәк экспортҡа сығарған.
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең территориаль идаралығының ветеринария хеҙмәте белгестәре күрше дәүләткә оҙатыр алдынан ҡош-ҡорттарҙың бөтә 32 партияһы ла тикшереү үткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, президент Владимир Путиндың указы менән билдәләнгән «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаты булып 2030 йылға 2020 йыл менән сағыштырғанда сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортының 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү тора.
Фото: Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан