Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
15 Май 2023, 07:03

Туроператорға милли проект буйынса махсус автобус һатып алырға ярҙам иттеләр

Алдан туроператор Төбәк лизинг компанияһы булышлығында ошондай "YUTONG" маркалы автобус һатып алғайны.

Туроператорға милли проект буйынса махсус автобус һатып алырға ярҙам иттеләрТуроператорға милли проект буйынса махсус автобус һатып алырға ярҙам иттеләр
Туроператорға милли проект буйынса махсус автобус һатып алырға ярҙам иттеләр

БР Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы һәм Төбәк лизинг компанияһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә килешеү төҙөнө, тип хәбәр иттеләр БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Был - махсус туристик автобус һатып алыуҙы льготалы лизинг финанслауы сиктәрендә Милли туристик компанияға 13,75 миллион һумға финанс ярҙамы күрһәткән ведомстволарҙың берлектәге тәүге килешеүе. Алдан туроператор Төбәк лизинг компанияһы булышлығында ошондай "YUTONG" маркалы автобус һатып алғайны. Әммә, «Мәктәп туризмы» һәм «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программалары буйынса клиенттарҙың артыуын тойоп, компания йәнә лизинг һорап мөрәжәғәт итте, ул ике ведомствоның да союзында тағы ла отошлораҡ килеп сыҡты.

- Дөйөм алғанда ярҙам институттарының берлектәге эше уңайлы иҡтисади мөхит булдыра һәм төбәк эшҡыуарҙарына комплекслы дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлек бирә, шул уҡ ваҡытта бизнес менән мөрәжәғәт иткәндә һөҙөмтә гарантиялы була башланы, - тип һөйләне БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас