Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
17 Май 2023, 04:18

Тағы бер ауыл дауаханаһы яңы ҡорамал алды

"Яңы ҡорамал ярҙамында пациенттарҙы операциянан һуң тергеҙеү осоро ҡыҫҡартылды."

Тағы бер ауыл дауаханаһы яңы ҡорамал алдыТағы бер ауыл дауаханаһы яңы ҡорамал алды
Тағы бер ауыл дауаханаһы яңы ҡорамал алды

Яңы «Элепс» электр-хирургия аппараты Ағиҙел ҡалаһы үҙәк район дауаханаһына оҙатылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел звеноны яңыртыу» программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Проект Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән.

«Яңы ҡорамал ярҙамында пациенттарҙы операциянан һуң тергеҙеү осоро ҡыҫҡартылды. Уның үҙенсәлеге - юғары йышлыҡтағы электр тогы менән эшләү. Пациенттар ауыртыу  кисермәй, сөнки процедура нервы бөтөүҙе туҡымаларға зыян килтермәйенсә стимуллаштыра. Яралар тиҙерәк бөтәшә, был инфекция йоҡтороу хәүефен кәметә, сөнки юғары йышлыҡлы тулҡындар бөтә микробтарҙы юҡ итә», - тип асыҡлыҡ индерҙе дауахананың хирургия бүлеге мөдире Руслан Сәйфетдинов.

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас