

«Агростартап» гранты фермер Тимур Зариповҡа башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнергә ярҙам итте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Аграр ведомствола һөйләүҙәренсә, Абыҙ ауылында йәшәүсе Тимур Зарипов аттар үрсетеү тураһында идеяны оҙаҡ күтәреп сыҡҡан. Дәүләт ярҙамы менән уйлағанды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булғас, фермер оҙаҡ уйлап тормаған. «Агростартап» грантына конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар йыйған һәм төбәктең аграр министрлығына проект тәҡдим иткән. 2021 йылда Тимур Зарипов 2,8 миллион һум күләмендә грант алды.
«Грант алғас та мин Белорет районынан аттар һатып алдым. Бөгөн Таулы ауылындағы минең усадьбала уларҙың һаны 50-гә етә. Шулай уҡ трактор менән ротор сапҡысы ла бар, сөнки шул сама аттарҙы тейешле техникаһыҙ ашатыуы ауыр», - тине фермер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Агростартап» гранты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса милли проект сиктәрендә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты буйынса бүленә.
Быйыл «Агростартап» гранттарына һайлап алыуҙы Башҡортостандың 24 йәш эшҡыуары үтте. Ошо программа буйынса дөйөм дәүләт ярҙамы 97,7 миллион һум күләмендә күрһәтелгән.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана