Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Май 2023, 08:50

"Беҙҙе бала ғына тимәгеҙ"

Конкурста республиканың 22 районынан һәм 5 ҡалаһынан 121 агитбригада ҡатнашты.

"Беҙҙе бала ғына тимәгеҙ"
"Беҙҙе бала ғына тимәгеҙ"

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Утты туҡтат!” янғынға ҡаршы федераль мәғлүмәт кампанияһы нигеҙендә Урман хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Республика балалар экология-биология үҙәге “Туҡта урман янғыны!” агитбригадалар конкурсын үткәрҙе. Ул 24 марттан 19 майға тиклем дауам итте.

Конкурста республиканың 22 районынан һәм 5 ҡалаһынан 121 агитбригада ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса Дүртөйлө ҡалаһының 5-се мәктәбе, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының 4-се мәктәбе, Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылындағы “Имәнкәй” мәктәп урмансылығы, Сибай ҡалаһының Балалар экология-биология үҙәге, Стәрлетамаҡтың 32-се балалар баҡсаһы. Бәләбәйҙең 36-сы “Ал сәскә” балалар баҡсаһы, Благовещен ҡалаһының 9-сы “Әтәскәй” балалар баҡсаһы, Өфө районының Дмитриевка ауылындағы “Березка” балалар баҡсаһы еңеүсе тип танылды.

Фото: contenta.info

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: