Шундай егеттәр булыуына һоҡланырға ғына ҡала. "Матрица" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Туғыҙбаев Хәйбуллала туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү өсөн тиҙ ҡоролоусан бер тирмә һатып алған, артабан ошондай тағы ла бер нисә тирмә һатып алыу планлаштырыла. Тирмәләр башҡорт этнойорто стилендә эшләнә, унда теләгән һәр кем ял итеп кенә ҡалмай, башҡорт мәҙәниәте менән дә таныша ала. Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” рәүешендәге сираттағы ултырышта туристар өсөн башҡорт тирмәләрен ҡуйыу проекты ҡаралды.
Ойошмаға туризмды үҫтереү буйынса муниципаль программа сиктәрендә тирмә һатып алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн конкурс буйынса һайлап алыуға документтар тапшырырға тәҡдим ителде.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.