Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июнь 2023, 09:15

Нәҫел ауырыуы юҡмы икән?

Ваҡытында үткәрелгән неонаталь скрининг байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә, теүәл диагноз ҡуйырға һәм дауаларға ярҙам итәсәк...

Нәҫел ауырыуы юҡмы икән?
Нәҫел ауырыуы юҡмы икән?

Ваҡытында үткәрелгән неонаталь скрининг байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә, теүәл диагноз ҡуйырға һәм дауаларға ярҙам итәсәк.... Сабыйҙар 31 нәҫел сиренә тикшерелә 2023 йылдың башынан Рәсәйҙең неонаталь хеҙмәттәре эшенә яңы тыуған сабыйҙарға киңәйтелгән скрининг программаһы индерелде.  Республиканың медик-генетик үҙәге хәҙер Башҡортостан сабыйҙарынан тыш, Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йәшәгән балаларға ла 31 нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәргә неонаталь скрининг үткәрә.  Аҙна һайын Үҙәк лабораторияһына өс меңдән ашыу өлгө килтерелә. Проект башланғандан алып, бөтәһе 45 877 сабый скрининг үткән. Башҡортостанда 12 134 бала тәрәнтен тикшереү үтте, 234 сабыйҙың нәҫел сирҙәре буйынса хәүефле төркөмгә инеүе билдәле булды. Шуларҙың 203-өндә нәҫелдән килгән матдәләр алмашыу сирҙәре, 27 балала беренсел иммунодефицит, дүртәүһендә арҡа мускул атрофияһы асыҡланды. Әлегә арҡа мускул атрофияһы диагнозы ике генә пациентта раҫланған. Башҡортостан пилот проектына ҡушылған һигеҙенсе төбәк булды."Был проект беҙҙең төбәк өсөн дә мөһим. Йыл һайын республикала 35 меңдән ашыу бала донъяға килә. Был генетик сир бик тиҙ үҫешә, ауырыуҙың мускулдарын хәлһеҙләндерә. Шуға күрә уны тиҙ асыҡлау мөһим. Әле беҙҙә арҡа-мускул атрофияһына дусар 42 бала иҫәпләнә, барыһы ла “Круг добра” фондынан дарыуҙар менән тәьмин ителә", – тине республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: