Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июнь 2023, 10:50

"Ҡыпсаҡ"тар Ҡазанда ла бирешеп тормаған!

Айырым алғанда, Илфир Әфләтунов 1-се, Ильяс Ҡарамышев, Айсар Усманов, Тимур Сәйфетдинов – 2-се, Радмир Ҡасимов, Нурислам Сәйфетдинов 3-се урын алған. Афарин, ҡыпсаҡтар!

"Ҡыпсаҡ"тар Ҡазанда ла бирешеп тормаған!
"Ҡыпсаҡ"тар Ҡазанда ла бирешеп тормаған!

Ҡазан ҡалаһында үткән “Туған батыр” тип исемләнгән спорт көрәше буйынса турнирҙа ҡыпсаҡтар ҡатнашып, йәнә уңыштар яулап ҡайтҡандар. “Арслан” спорт комплексында үткән турнирҙа Рәсәй төбәктәренән, Башҡортостандан, Татарстандан бихисап көрәшселәр ҡатнашҡан.

Бөрйәндең “Ҡыпсаҡ” көрәш клубы командаһы, майҙан хужаларынан ғына ҡалышып, Башҡортостанды лайыҡлы күрһәткән - команда зачетында 2-се урын яулаған!

Айырым алғанда, Илфир Әфләтунов 1-се, Ильяс Ҡарамышев, Айсар Усманов, Тимур Сәйфетдинов – 2-се, Радмир Ҡасимов, Нурислам Сәйфетдинов 3-се урын алған. Афарин, ҡыпсаҡтар!

-Был беҙҙең Рәсәй кимәлендәге икенсе турнирыбыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рязань ҡалаһында беҙ алтын һәм бронза яулағайныҡ.

Беҙҙең барыбыҙҙы ла, кесе Ватаныбыҙҙы – Ҡыпсаҡты, районыбыҙҙы һәм республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтә алған бәләкәй көрәшселәребеҙҙең ҙур еңеүҙәренә булышлыҡ иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Әлбиттәә, беҙҙең даими һәм титуллы бағыусыбыҙ – “Эко-сервис” компанияһының генераль директоры Яманғолов Руслан Вәкил улының да хеҙмәтен күрһәттеләр.

Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ, тип ҡабатлауҙан туҡтамайбыҙ. Балалар спортына күпме һалһаҡ (ҡағыҙҙарҙа, отчетарҙа ғына түгел), шул тиклем үк кире алабыҙ. Ошоно барыһы ла аңлаһа, балаларыбыҙҙың сәләмәтлеге лә яҡшыраҡ булыр ине, - тип хәбәр итәләр “Живи спортом, Кипчак!!!” төркөмөндә.

Афарин, ҡыпсаҡтар!

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: "Таң" гәзите

Фото: "Таң" гәзите

Автор:
Читайте нас: