Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июнь 2023, 11:40

Бейеп ебәрә яҙҙыҡ

Был нәҫелдең билдәле тиекме, данлы тиһәк дөрөҫөрәк булырмы, талантлы булыуы тиһәк раҫҡа яҡын булырмы - Ҡобағошовтарҙың төшөп ҡалмаған булыуының сере нимәлә? 

Бейеп ебәрә яҙҙыҡ
Бейеп ебәрә яҙҙыҡ

Кем генә юҡ бит был нәҫелдәң сыҡҡан шәхестәрҙән. Береһе композитор, икенсеһе скульптор, байтағы педагог, билдәле тәржемәсе.... Бына әле теҙеп сыҡтыҡ, ә белеп торабыҙ: ниндәйҙер һөнәрҙе барыбер төшөрөп ҡалдырҙыҡ. Ҡобағошовтарҙың белмәгән һөнәре һирәк. 

Ошолар араһында, әлбиттә, журналистиканы ла әйтмәй булмай. Роза Ҡобағошова, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән, үҙе, әлбиттә, Таймаҫ ауылынан сыҡҡан билдәле журналист. Хәҙер, һис икеләнмәй, данлыҡлы тиһәк тә була: ул кисә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәтҡәре исеменә лайыҡ булды. 

Роза Сафина (Ҡобағошова) Радий Хәбиров ҡулынан бүләкте алып тора, залда булған беҙ урында ултырып сыҙамайбыҙ, апайыбыҙ янына үҙебеҙ ҙә сығып, бейеп ебәрерҙәй булдыҡ, ҡыуаныстың сиге юҡ. 

- "Ашҡаҙар" гәзитендә утыҙ йылдан ашыу эшләйем, Стәрлеләге милли гәзитте асыуҙа өлөшөм булды. Бына әле атҡаҙанғанды алып торам, ә теҙ быуындарым ҡалтырай, шатлығы менән бергә, аҙ ғына ҡаушау ҙа бар. Минең хеҙмәтемде күргәндәре, юғары баһалағандары өсөн рәхмәт. 

Апайыбыҙҙы, сара бөткәс, фойела саҡ тоттоҡ, янына көс-хәл менән үтә алдыҡ, барыһы ла уны һырыған да алған. 

Беҙҙең аша барса яҡташтарға сәләмдәрен күндерҙе Роза Миңлеәхмәт ҡыҙы. Рәхмәт әйтергә лә онотманы - ҡайҙа йәшәһә лә, кеше һутты тыуған тупраҡтан ала. Ҡотлайбыҙ! 

Сығанаҡ: "Юшатыр"

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: