Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июнь 2023, 09:35

Рөстәмдең ҡулы алтын

Уның сувенирҙарын халыҡ теләп ала. 

Рөстәмдең ҡулы алтын
Рөстәмдең ҡулы алтын

Бүздәк эшҡыуары Рөстәм Хәйеров сувенирҙар эшләү менән 2006 йылдан алып шөғөлләнә. Заман технологияларының үҫеше  эшҡыуарҙы заманса лазер станоктарында уникаль сувенир продукцияһын етештереүгә этәрә. Әммә ундай ҡорамалды һатып алыу өсөн ҙур сығым талап ителә.

Рөстәм  2022 йылда районда үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнаша. Уға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программала ҡатнашырға документтар тапшырырға тәҡдим ителә. Тап ошо программа ярҙамы менән ул субсидия алыуға өлгәшә һәм үҙенең аҡсаһын ҡушып, лазер станогы һатып ала.

Заманса ҡорамал булыу менән эшҡыуар үҙ эшен яйға һала: тәүге сувенирҙарын заказ буйынса Мәскәүгә оҙата. Хәҙер уның һатып алыусылар араһында ағастан эшләнгән сувенир продукцияһы ҙур һорау менән файҙаланыла. Бигерәк тә Бүздәк районының символикаһы төшөрөлгән сувенирҙарҙы һатып алыусылар күп.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: