Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июнь 2023, 07:47

Башҡортостан Ҡытайға көнбағыш майы оҙатты

Башҡортостан аграрийҙары ике мең тоннаға яҡын көнбағыш майы оҙатты, тип хәбәр итә "Россельхознадзор" ҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Ҡытайға көнбағыш майы оҙатты
Башҡортостан Ҡытайға көнбағыш майы оҙатты

Башҡортостан аграрийҙары ике мең тоннаға яҡын көнбағыш майы оҙатты, тип хәбәр итә "Россельхознадзор" ҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Күмертауҙың май экстракцияһы предприятиеһы Ҡытайға таҙартылмаған көнбағыш майы оҙатты. "Россельхознадзор" белгестәре дөйөм ауырлығы 1997 тонна тәшкил иткән 91 тимер юл флекситанкыһынан торған барлыҡ партияны ла контролдә тотто. Уларҙың барыһы ла импортер илдең карантин фитосанитар талаптарына тап килә.

Төбәктең эшкәртеүсе предприятиеларының төп контрагенты - Ҡытай. Был илдең  ғәйәт ҙур баҙары үҙе өсөн экологик яҡтан таҙа сеймалдан сифатлы, хәүефһеҙ һәм файҙалы продукт асты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путиндың указы менән билдәләнгән «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаты булып 2030 йылға 2020 йыл менән сағыштырғанда сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортының 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү тора.

Фото: «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: