Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июнь 2023, 09:47

Башҡортостанда 14 фермер ғаилә фермаһы өсөн грант алған

Был хаҡта хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда 14  фермер ғаилә фермаһы өсөн грант алған
Башҡортостанда 14 фермер ғаилә фермаһы өсөн грант алған

Программа буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы быйыл 95,2 миллион һум тәшкил итте. Конкурсҡа 53 ғариза килгән,  комиссия алдында проекттарҙы яҡларға 30 дәғүәсе үткән, шуларҙың 14-е грантҡа эйә булған. Процедура республика Ауыл хужалығы министрлығының рәсми каналында тура эфирҙа күрһәтелде.

Бынан алда республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә конкурстың тамамланыуы, еңеүселәрҙең асыҡланыуы хаҡында яҙғайны. Ғаилә фермаһын үҫтереүгә грант крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына һәм шәхси эшҡыуарҙарға бирелә торғандың күләме 30 миллион һумдан артмаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, президент Владимир Путин башланғысы менән башланған «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» милли проекты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һанын 25 миллион кешегә тиклем арттырыуҙы маҡсаттарының береһе итеп ҡуя.

Фото: Ринат Разапов.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: