Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июнь 2023, 08:40

Башҡортостан ҡош итен Евразия иҡтисади союзы илдәренә оҙатты

Был хаҡта "Россельхознадзор"ҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостан ҡош итен Евразия иҡтисади союзы илдәренә оҙатты
Башҡортостан ҡош итен Евразия иҡтисади союзы илдәренә оҙатты

Йыл башынан алып Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикалары Евразия иҡтисади берләшмәһе илдәренә 985 тонна ҡош ите оҙатҡан, тип хәбәр итә "Россельхознадзор" ҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаларының продукцияһы Әрмәнстанға, Азербайжанға, Белорусьҡа, Ҡазағстанға һәм БДБ-ның, Таможня союзының башҡа илдәренә оҙатыла. Йыл башынан алып Россельхознадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре Башҡортостандан Евразия иҡтисади союзы илдәренә сығарылған 985 тонналыҡ 435 партия ит продукцияһын тикшергән.

Мәҫәлән, Әрмәнстанға күҙәтеү ведомствоһы 33 тонна дөйөм ауырлыҡта 47 партия ҡош ите һәм ярымфабрикаттар, 130 партия йәки Белоруссияға 591 тонна һәм Ҡазағстанға 361 тонна күләме менән 258 партия оҙатҡан.

Фото: «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: