Мишкә һәм Яңауыл райондарында авария хәлендәге торлаҡтан күсенеүселәр өсөн өс йорт төҙөлөшө тамамлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Күп фатирлы йорттар «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Яңауылда 52-се кварталдың 18-се йорто әҙер булып килә. Был - күскенселәр өсөн фатирҙар һатып алынған биш йорттоң һуңғыһы. Районда иҫке йорттарҙан бөтәһе 484 кеше күсереләсәк.
Мишкә районы үҙәгендә 94 кеше күсерелергә тейеш. Тыныслыҡ урамындағы 7-се һәм 32-се йорттар 90 процентҡа әҙер.
"Быйыл, 2025 йылдың 1 сентябренә тиклем иҫәпләнгән, 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан граждандарҙы күсереү буйынса проектты ваҡытынан алда тамамлайбыҙ", - тип билдәләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов.
Республикала 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем 26 муниципалитеттағы 213 күп фатирлы йорт авария хәлендә тип танылған. Шуларҙың 129-ы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды ҡатнашлығында күсерелә. Адреслы программаны тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан