Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
13 Июнь 2023, 06:58

Салауат ҡалаһында юлы участкаһы ремонтланасаҡ

Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 6 километрҙан ашыу буласаҡ.

Салауат ҡалаһында юлы участкаһы ремонтланасаҡСалауат ҡалаһында юлы участкаһы ремонтланасаҡ
Салауат ҡалаһында юлы участкаһы ремонтланасаҡ

Салауат ҡалаһында дөйөм оҙонлоғо 6,3 километр тәшкил итәсәк туғыҙ автомобиль юлы участкаһын ремонтлау күҙаллана. Сағыштырыу өсөн - былтыр улар 1,5 километрға аҙыраҡ йүнәтелгән. Был маҡсатҡа 115 миллион һум бүленгән дә инде.

БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта ҡайһы бер участкаларҙа эштәр башҡарылған да инде, икенселәрендә әҙерлек саралары алып барыла: иҫке бордюрҙар һүтелә, асфальт йәйелә.

Бер йыл элек бында Өфө, Горький, Төҙөүселәр, Б. Хмельницкий, Пушкин, Чекмарев һәм Колхоз урамдарындағы автомобиль юлдарын тәртипкә килтерҙеләр.

Эштәр «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында башҡарылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас