Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
14 Июнь 2023, 04:14

Күпер тиҙҙән әҙер буласаҡ!

Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.

Күпер тиҙҙән әҙер буласаҡ!Күпер тиҙҙән әҙер буласаҡ!
Күпер тиҙҙән әҙер буласаҡ!

«Хәүефһеҙ юғары сифатлы юлдар» дөйөм дәүләт проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Ғафури районында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе ремонтлау буйынса 74 проценттан артыҡ эш башҡарылған.

"Был күпер төҙөлөшө 2023 йылда норматив хәлгә килтерергә планлаштырылған иң ҙур объект булып тора, — тип белдерҙеләр министрлыҡта. - Уның оҙонлоғо 406 метр тәшкил итә".

Күперҙә бик күп эштәр башҡарылған. Әле эшселәр ҡоймалар урынаштыра. Был эшләргә 34,5 млн һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.

Быйыл барлығы 26 күпер ҡоролмаһын норматив хәлгә килтереү планлаштырыла. Шуларҙың 13-сө дөйөм дәүләт проекты  сиктәрендә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас