

Шишмә районынан үҫемлек майы етештереүсе ҡытайҙарға таҙартылмаған рапс майының сираттағы партияһын оҙатты. Әлеге партиялағы продуктының дөйөм күләме 1495 тонна тәшкил итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, президент Владимир Путиндың указы менән билдәләнгән «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаты булып 2030 йылға 2020 йыл менән сағыштырғанда сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортының 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү тора.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан