Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
15 Июнь 2023, 02:00

Ағиҙелдә милли проект буйынса сквер төҙөкләндереләсәк

 Был хаҡта республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ағиҙелдә милли проект буйынса сквер төҙөкләндереләсәкАғиҙелдә милли проект буйынса сквер төҙөкләндереләсәк
Ағиҙелдә милли проект буйынса сквер төҙөкләндереләсәк

Ағиҙел был проект менән былтыр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль конкурсында еңеп сыҡты. Эштәр быйыл яҙ башланды.

Тротуар түшәлгән дә инде, парклет һәм уның өҫтөндәге япманы монтажлау эштәре тамамлана. Тиҙҙән  эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыласаҡ.  Скверҙа япмалы ял зонаһы урынлашасаҡ. Яңы яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы барлыҡҡа киләсәк. Төҙөкләндереүгә 15,7 миллион һум йүнәлтелә.

Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса федераль проект сиктәрендә муниципалитеттарҙа төрлө йәштәге уңайлы ял өсөн яңы заманса майҙансыҡтар барлыҡҡа килә. 2022 йылда төбәктә 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, быйыл иһә 122-һе планлаштырылған.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас