Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
15 Июнь 2023, 03:08

Бишбүләк табиптары яңы медицина ҡорамалында эшләй башланы

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре аңлатыуынса...

Бишбүләк табиптары яңы медицина ҡорамалында эшләй башланыБишбүләк табиптары яңы медицина ҡорамалында эшләй башланы
Бишбүләк табиптары яңы медицина ҡорамалында эшләй башланы

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел звеноны яңыртыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә эндоскопия ҡорамалы ҡуйылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

18 майҙа поликлиника бүлексәһендә 12 миллион һумлыҡ өс гастроскоплы ҡорамал ҡуйылды. Яңы ҡорамалда Бишбүләк дауаханаһы табибы-эндоскопсыһы Ирина Назарова эшләй башланы.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре аңлатыуынса, эндоскопия - махсус һығылмалы эндоскоптар ҡулланып заманса тикшереү һәм дауалау алымы. Был уникаль алым эске ағзаларҙы ентекле тикшереүгә нигеҙләнгән. Эндоскоп һүрәтте тапшырыу системаһы менән йыһазландырылған һығылмалы йоҡа көпшә рәүешендә. Аппарат табипҡа хәүефһеҙ, күҙ контроле аҫтында тикшереү  үткәрергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ эндоскоптарҙың махсус каналы бар, уның аша табип, кәрәк булғанда, музыка ҡоралдары үткәрә һәм микроскопик тикшереү өсөн материал ала йәки төрлө дауалау эштәрен башҡара ала.

Бишбүләк дауаханаһының баш табибы Марат Абдуллин хәҙер эндоскопия ҡормалын район дауаханаһында аш һеңдереү юлы ауырыуҙарын юғарыраҡ кимәлдә асыҡлап булыр тип ышана. Уның һүҙҙәренсә, эндоскопия диагностикаһының мөһим бурысы - башланғыс үҫеш стадияларында шеш алды ауырыуҙарын һәм яман шештәрҙе асыҡлау, ул ваҡытында дауалана башларға һәм, күп осраҡта, пациенттарҙың һауығыуына өлгәшергә мөмкинлек бирә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас