Малаҙистар ҙа инде!
Бөгөн Әбйәлил район хакимиәтендә отличниктар слеты уҙҙы. Һеҙҙә ошондай тантаналар үтәме?
Бөгөн район хакимиәтендә отличниктар слеты уҙҙы. Уҡыу йылы аҙағында иң тырыш, алдынғы уҡыусылар —республика олимпиадалары призерҙары, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашыусылар, спорт ярыштары һәм ижади бәйгеләрҙә еңеүселәр тәбрикләнде.
2022-2023 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 14 уҡыусы район хакимиәтенең стипендияһына һәм 25 уҡыусы башлыҡтың премияһына лайыҡ булды. Стипендиаттарҙы район башлығы И. Т. Нафиҡов, мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева ҡотланы. Матур сарала отличниктарҙың ата-әсәләре ҡатнашты, уларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сығанаҡ: "Осҡон"
Фото: "Осҡон"