

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың 5 айында Башҡортостан Республикаһынан дөйөм ауырлығы 194,1 мең тонна тәшкил иткән 2749 иген вагоны оҙатылған. Шуның 2243 вагоны йәки 159,3 мең тоннаһы экспортҡа оҙатылған. Төбәк ведомствоһы белгестәре билдәләүенсә, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда сит илгә йөк тейәү күләме 8 тапҡырға тиерлек артҡан. Шулай итеп, 2022 йылдың 5 айында 19,7 мең тонна күләмендә 269 вагон тейәлгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла, уның төп маҡсаты - экспорт өлөшөн, шул иҫәптән ауыл хужалығы продукцияһын арттырыу.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан