

Мораҡтың төньяҡ район үҙәгендә балалар һәм өлкәндәр өсөн яңы ял итеү зонаһы асылды. Дәүләт һатып алыуҙары документтарына ярашлы, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә был объектҡа 9,4 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алдан был урында сәнәғәт павильоны урынлашҡан булған, һәм һуңғы биш йылда биләмә буш торған. Был биләмәне яңыртыу өсөн урындағы халыҡ тауыш биргән.
Подрядсы апрель уртаһында төҙөкләндереү эштәренә тотонған, һәм ике айҙан һуң яңы парк әҙер булған.
«Парк өлкәндәргә лә, балаларға ла оҡшар, бында ғаилә менән килеп, ваҡытты файҙалы үткәрерҙәр тип ышанам. Артабан беҙ бөтә район буйынса ошондай балалар майҙансыҡтары һәм ял зоналары төҙөргә ниәтләйбеҙ», - тип хәбәр итте Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башинформ.