

Шишмә үҙәк район дауаханаһына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсе звеноны модернизациялау» төбәк программаһын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә эндоскопик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн яңы ҡорамалдар - видеогастроскоп һәм видеоколоноскоп килде, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ошо уникаль приборҙар ярҙамында медицина тикшереүенең заманса алымдары барлыҡҡа килде, улар табипҡа пациенттың аш һеңдереү системаһын реаль ваҡыт режимында күрергә мөмкинлек бирә, тип аңлаттылар төбәк медицина ведомствоһында.
"GIF-H170" видеогастроскопының өҫтөнлөгө - фото һәм видеотеркәү мөмкинлеге менән лайлалы йөҙ өҫтөндәге капиллярҙарҙы күреүе. Хәҙер табип ҡан тамырҙарын һәм лайлалы структураларҙы күрә һәм ауырыу ерҙәрҙе билдәләй ала.
Шишмә дауаханаһы эндоскопсыһы Гөлназ Шуваров, яңы ҡорамал ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәрен - сей яралар, гастриттар, полиптар, онкология сирҙәрен асыҡларға ярҙам итәсәк һәм табиптарға пациенттарға үҙ ваҡытында дауаланырға мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото с сайта health.bashkortostan.ru