

Бәләбәй ҡалаһы хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, Бәләбәй районының музей учреждениеларында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яңы мәғариф программалары әүҙем әҙерләнә, ә уларҙың береһе - "Тарих яныбыҙҙа" Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында уңышлы тормошҡа ашырыла.
Программа сиктәрендә музей хеҙмәткәрҙәре тыуған ҡала тарихы менән танышыуға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән экскурсиялар, саралар үткәрә. Балалар һәм үҫмерҙәр бигерәк тә “Өйәҙ ҡалаһы Бәләбәй” һәм “Еңеү салюты” йәйәү йөрөү программаларын үҙ итә. Экскурсияларҙың маршрутына Бәләбәйҙең тарихи өлөшөндә йөрөү, “Ватанды һаҡлаусыларға” мемориаль комплексына барыу, урамдарҙың исемдәре, һаҡланып ҡалған архитектура ҡомартҡылары, ҡала тарихы менән танышыу инә.
– Бындай экскурсиялар бик ҡыҙыҡлы, тыуған ҡалабыҙ тураһында бик күп яңы мәғлүмәт алдыҡ, – ти Бәләбәй гуманитар-техник колледжы студенты Эллада Арыҫланова.
– Һәр сәйәхәт ҡаланың тарихы, мәҙәниәте, билдәле кешеләре менән таныштыра һәм көндәлек тормошта иғтибар ҙа итмәгән әйберҙәргә башҡаса ҡарарға мөмкинлек бирә, – ти Бәләбәй медицина колледжы уҡытыусыһы Наталья Капустина.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан