

«Мәҙәниәт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә Яңауыл тарих һәм тыуған яяҡты өйрәнеү музейында Асыҡ ишектәр көнө үткәреләсәк.
Башҡортостандың Яңауыл районы музейында 8 июлдә Рәсәйҙә билдәләнгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сара була. Бөтә Рәсәй байрамы Муром кенәз Петр һәм уның ҡатыны, XIII быуатта йәшәгән Феврония арҡаһында барлыҡҡа килгән.
- Асыҡ ишектәр көнөндә музейға килеүселәр өсөн залдар буйлап экскурсия һәм "Минең ғаиләм - минең шатлығым" конкурс-уйын программаһы ойоштороласаҡ», - тип һөйләне музей хеҙмәткәрҙәре.
Музейға килеүселәр байрамдың килеп сығышы тарихы менән танышасаҡ, «Петр һәм Феврония тураһында әкиәт» күрһәтеләсәк, өҫтәл уйындары, шулай уҡ викторинала ҡатнаша алалар.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана