Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
6 Июль 2023, 06:40

Юлдарыбыҙ көҙгө кеүек булһын!

2023 йылдың июль башына программа буйынса тәүге дүрт объект ремонтланған. Шул иҫәптә -  беҙҙең райондың Мораҡ ауылындағы Хоҙайбирҙин һәм Титов урамдары.

Юлдарыбыҙ көҙгө кеүек булһын!Юлдарыбыҙ көҙгө кеүек булһын!
Юлдарыбыҙ көҙгө кеүек булһын!

Күгәрсен район үҙәге Мораҡ ауылы көндән-көн матурлана бара: яңы йорттар ҡалҡа, биналар төҙөлә,  сауҙа нөктәләре асыла, йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл Мораҡ һәм Йомағужа ауылдарында бер юлы бер нисә урамды йүнәтәсәктәр. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һүҙҙәренсә, 4 миллиард һум күләмендә өҫтәмә резерв булдырылған. Был средстволар тәү сираттағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.

 Быйыл төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарының 52 участкаһын тәртипкә килтереү күҙаллана. Был юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо – 182 саҡрым.

2023 йылдың июль башына программа буйынса тәүге дүрт объект ремонтланған. Шул иҫәптә -  беҙҙең райондың Мораҡ ауылындағы Хоҙайбирҙин һәм Титов урамдары.

Юлдарҙы яҡшы торошта тотоу, ваҡытында ремонтлау, яңы асфальт йәйеү бик мөһим. Сөнки  кешеләрҙең именлеге уларҙың ниндәй хәлдә булыуына бәйле. Был юҫыҡта «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы  хеҙмәткәрҙәре ҙур эш алып бара.

Юлсылар район үҙәгенең Коммунистик, Иванов, Карл Маркс, Шәфиев, Таранов, Буркин урамдарында эшләне. Тиҙҙән уларҙы Мораҡтың  Ленин, Йомағужа ауылының Әминев, Мәктәп, Йәштәр, Совет, Комсомол урамдарнда күрергә мөмкин буласаҡ. Япма унда күптән иҫкергән, шуға күрә ремонт үткәреү мәсьәләһе килеп сыҡҡан. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре күптән түгел Дзержинский Хоҙайбирҙин, Титов урамдарына асфальт түшәүҙе, Хәрби туғанлыҡ аллеяһы алдындағы биләмәне төҙөкләндереүҙе тамамланы һәм З.Биишева урамына күсте.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Азамат Ғәҙелшин фотолары.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

 

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас