

Башҡортостанда Көнсығыш сығыу юлында "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә асфальт-бетон заводы эшләй башланы. Эштәрҙе быйыл йәй һәм көҙ башҡарыу планлаштырыла. Юлсылар дөйөм майҙаны 380 000 м2 (137 956 тонна) асфальт-бетон япма түшәйәсәк.
– “Көнсығыш сығыу юлы”нда әүҙем төҙөлөш осоро 2020 йылда башланды, өс йыл эсендә ғәйәт ҙур эштәр башҡарылды, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. – Әлеге ваҡытта Өфө йылғаһы аша күпер үткәүелендә эштәр 75 процентҡа тамамланған, тоннель әҙерлеге – 85 процент, юлдар 40 процент тәшкил итә.
Әйткәндәй, юл япмаһын етештереү өсөн сеймал Башҡортостан Республикаһынан да, күрше төбәктән – Силәбе өлкәһенән дә файҙаланыласаҡ.
Бөгөнгә “Көнсығыш сығыу юлы” төҙөлөшөндә 2600 кеше һәм 310 берәмек техника йәлеп ителгән.
“Көнсығыш сығыу юлы” – Волга буйы федераль округында иң күләмле инфраструктура проекты һәм Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.