Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
11 Июль 2023, 04:43

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадала 19 илдән 25 мең студент һәм уҡыусы ҡатнашасаҡ

Был хаҡта Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының башҡарма комитеты хәбәр итә.

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадала 19 илдән 25 мең студент һәм уҡыусы ҡатнашасаҡФинанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадала 19 илдән 25 мең студент һәм уҡыусы ҡатнашасаҡ
Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадала 19 илдән 25 мең студент һәм уҡыусы ҡатнашасаҡ

Олимпиаданы һынау тамамланды, һайлап алыу стадияһында Рәсәйҙән - 8 643, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән - 2 878, алыҫ сит илдәрҙән 638 студент ҡатнаша. Бынан тыш, август айындағы һынауҙарҙа Рәсәйҙең 12 441 уҡыусыһы көс һынашасаҡ.

Башҡарма комитет ҡарары буйынса, «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә үткәрелгән олимпиаданың финал этабы көҙ көнө «Сириус» майҙансығында үтәсәк. Ҡатнашыусыларҙы тест эштәре, саҡырылған эксперттар һәм эш биреүселәр менән осрашыуҙар, спорт саралары, семинарҙар, практикамдар, оҫталыҡ дәрестәре, дебаттар, ижади осрашыуҙар һәм дискуссиялар көтә.

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса олимпиада еңеүселәре юғары уҡыу йортона, магистратураға йәки аспирантураға профилле йүнәлештәргә ингәндә льготалар, шулай уҡ финанс өлкәһендә эш табыу мөмкинлеге аласаҡ.

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&img_url=https%3A%2F%2Fsun9-77.userapi.com%2Fimpg%2FvWlAn4fSbsAYb2ZnO_tcaa6SkxQQlSj9CoJq_w%2F9sKmoB2e-F0.jpg%3Fsize%3D1280x720%26quality%3D96%26sign%3Dc963f8ec4283decef8b8393ff585b426%26c_uniq_tag%3DWsWHVGzMxLLWI0ac4wyAfu593AWtKmhkA3Ww2aroppc%26type%3Dalbum&lr=172&pos=2&rpt=simage&text=Международной%20олимпиады%20по%20финбезопасности

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас