Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
13 Июль 2023, 04:19

Теләге тормошҡа ашҡан

Дәүләт ярҙамы саралары эшҡыуарға медицина ҡорамалдары һатып алыуға сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирҙе.

Теләге тормошҡа ашҡанТеләге тормошҡа ашҡан
Теләге тормошҡа ашҡан



Мәләүез районынан Альберт Ибраһимов – район хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты буйынса ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашты.

Ике йыл элек ҡалала уның бер нисә стоматология кабинеты булған, һәм ул уларҙы яңыртырға планлаштырған. Тағы ла – балалар стоматологияһын асырға хыялланған эшҡыуар. Дәүләт ярҙамы саралары уға медицина ҡорамалдары һатып алыуға сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирҙе. Субсидиялар уға үҫеш өсөн стимул булды – эшҡыуарға балалар бүлексәһен һәм имплантация һәм протезлау бүлеген асырға ярҙам итте. Хәҙер уның 17 кеше эшләгән клиникалар селтәре бар.

Күптән түгел Альберт йәнә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килде. Клиниканың бөтә биналары ла – оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға бирелгән һәм хәҙер бизнесмен уларҙы һатып алыу тураһында уйлай. Уға был юлы ла ярҙам итә алдылар – “Башҡортостан микрокредит компанияһы” менән бәйләнешкә инәләр һәм милли проект сиктәрендә эшҡыуар ҡуртымға алынған бинаны һатып алыуға йылына 6 процент менән льготалы заем алды.

 

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ: "ТЕЛЕҮҘӘК" тапшырыуы

Автор:Загида Мусина
Читайте нас